+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Афарин, ишмырҙалар!

Баймаҡ үҙәк китапханаһы тарафынан Башҡортостан һәм Рәсәй журналистар берлеге ағзаһы, “Йәшлек” гәзитенең Урал аръяғы райондары буйынса үҙ хәбәрсеһе булған Юлай Мәҡсүтовтың тыуыуына 60 йыл тулыу уңайынан Хәтер кисәһе һәм "Юлай аманаты" китабының исем туйы ойошторолдо.

Афарин, ишмырҙалар!
Афарин, ишмырҙалар!

Кисәгә уның яҡын туғандары, дуҫтары, һөнәрҙәштәре, премия лауреаттары йыйылды.

Унда мәктәп уҡыусылары араһынан Баймаҡ районы Ишмырҙа ауылынан Розалина Кинйәбаҽва менән Ильяс Йәнбәков та ҡатнашҡан.  Уларҙың мәҡәләләрҽ "Юлай аманаты" исемле йыйынтыҡҡа индерелгән. Икәүһе лә "Юлай аманаты" исемле йыйынтыҡ, блокнот һәм аҡсалата приз менән бүләкләнгән. Маладистар, һеҙгә артабан дә ижади уңыштар теләйбеҙ!

Мәғлүмәт һәм фото: vk.com

Афарин, ишмырҙалар!
Афарин, ишмырҙалар!
Афарин, ишмырҙалар!
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: