-2 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Барҙыла милли йыйын гөрләне

 Пермь крайының Барҙы ауылында "Барҙы йыйыны" милли байрамы үтте.

Барҙыла милли йыйын гөрләне
Барҙыла милли йыйын гөрләне

Йола буйынса байрамда төрлө халыҡтарҙың этно ауылдары кәүҙәләндерелде. Быйыл башҡорт ауылын Тәтешле районы делегацияһы  менән Пермь крайындағы тарихи-мәҙәни үҙәк күрһәтте. Башҡорт тирмәһе ҡоролғайны, унда халыҡыбыҙҙың көнкүреш әйберҙәре, кәрәк-яраҡтары, данлыҡлы яҡташтарыбыҙҙың шәжәрәләре менән танышыу мөмкинлеге булды, халыҡ оҫталарының эштәренән, китаптарҙан торған күргәҙмәләр ҙә эшләне, милли ризыҡтарҙан, ҡымыҙҙан ауыҙ итергә мөмкин ине. "Бал ихатаһы”нда татлы ризыҡ һатылды. Ҡунаҡтарға Радик Бәхтиевтең уҡтан атыу буйынса оҫталыҡ дәресен ҡарап, мәргәнлектәрен һынап ҡарау бәхете лә эләкте.

Башҡорт этноауылына Пермь крайы хакимиәте губернаторы вазифаһын башҡарыусы  Александр Смертин, Барҙы муниципаль округы башлығы Хәлил Алапанов, Пермь крайы буйынса баш федераль инспектор Сергей Половников килде. Башҡортостандан “Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте” рәйесе, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина, Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов, “Без - башкортлар” төньяҡ-көнбайыш башҡорттары йәмәғәтселек хәрәкәте етәксеһе  Радик Бәхтиев һәм Тәтешле районы делегацияһы ҡатнашты.

Башҡорт этноауылы үҙенең сағыу, бай, төрлө-төрлө биҙәкле булыуы менән айырылып торҙо һәм барыһының да иғтибарын йәлеп итте. Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары күрһәткән концерт программаһы ысын мәғәнәһендә байрамдың төп биҙәгенә, йәменә әүерелде.

Барҙыла милли йыйын гөрләне
Барҙыла милли йыйын гөрләне
Барҙыла милли йыйын гөрләне
Барҙыла милли йыйын гөрләне
Барҙыла милли йыйын гөрләне
Барҙыла милли йыйын гөрләне
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: