+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

“Ҡарға бутҡаһы" байрамы

Иглин районы Меңйетәр ауылында "Ҡарға бутҡаһы" республика байрамы үтте. Унда республиканың 12 районынан балалар ҡатнашты.

“Ҡарға бутҡаһы" байрамы
“Ҡарға бутҡаһы" байрамы

Йыйылған халыҡты "Аҡ тирмә" милли-мәҙәни үҙәге рәйесе Рәйсә Күзбәкова сәләмләне. Ул үҙенең сығышында байрамдың беренсе тапҡыр республика кимәлендә үтеүен, ошондай сараларҙың тәрбиәүи әһәмиәтен билдәләп үтте.

Сара булғас, йыр-бейеүһеҙ үтмәй бит инде. Мәләүез ҡалаһынан Самир Латиповтың дәртле бейеүе, Күмертауҙан Әнүәр Вәхитовтың ҡумыҙҙа уйнап, йырлауы, өзләүе барыһын һоҡландырғандыр.  Әнүәр:”Мин үҙебеҙҙең ҡалала эшләп килгән “Аҡбуҙат” фольклор ансамбленә  йөрөйөм. 4 йәштән ҡурайҙа, ҡыл-ҡумыҙҙа уйнайым. Бейергә лә яратам. Минең кумир артистарым – Илнур Рамазанов һәм Зәйнетдин”, – тип һөйләй.

Шулай уҡ Иглин районының "Аҡ тирмә" өлгөлө балалар фольклор коллективы  байрамға йәм өҫтәһә, Ҡырмыҫҡалы районынан килгән “Хәтирә” фольклор ансамбле  йыйылған халыҡтың күңелен күтәрҙе.

Өлкәндәр "Түңәрәк өҫтәл"гә һөйләшеүгә таралышҡас, балалар "Аҡ тирәк, күк тирәк" кеүек уйындар уйнап кинәнде.

Ошондай матур саралар ойошторолоп торһон, сөнки байрамдың әһәмиәте бик ҙур. Балаларҙы тәрбиәләүҙә йолаларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе күрһәтеп, халыҡ педагогикаһын  ҡулланыу алымдарын  файҙаланыу кәрәк бит.

 

Фото: vk.com

“Ҡарға бутҡаһы" байрамы
“Ҡарға бутҡаһы" байрамы
“Ҡарға бутҡаһы" байрамы
“Ҡарға бутҡаһы" байрамы
“Ҡарға бутҡаһы" байрамы
“Ҡарға бутҡаһы" байрамы
“Ҡарға бутҡаһы" байрамы
“Ҡарға бутҡаһы" байрамы
“Ҡарға бутҡаһы" байрамы
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: