+23 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Әсәйем һуңғы һулышына тиклем һине көттө, атай!

22 июндә Ростов өлкәһенең Обливск районында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙарына иҫтәлекле таҡтаташ асылды. Унда 1942 йылдың декабрендә һәләк булған 12 яугирҙың исемдәре уйып яҙылған.

Әсәйем һуңғы һулышына тиклем һине көттө, атай!
Әсәйем һуңғы һулышына тиклем һине көттө, атай!

Таҡтаташты асыуға Башҡортостандан батырҙарҙың туғандары һәм яҡындары барҙы. Улар араһында арҙаҡлы яҡташыбыҙ,ғалим-әҙәбиәт белгесе,филология фәндәре кандидаты,Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре,Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры Миҙхәт Мәмбәтов,уның улы Юламан да бар ине.

“Атайым фронтҡа киткәндә миңә ни бары ике ай булған. Миңә уны күрергә, атайымдың көслө ҡулының һөйөүен тойорға, тауышын ишетергә тура килмәне”, – тип хәтерләй Миҙхәт Әхмәтхан улы.

Легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры Әхмәтхан Мәмбәтов Ростов өлкәһендә туғандар ҡәберлегендә ерләнгән. Ул Обливск районы Деев хуторын азат иткән ваҡытта батырҙарса һәләк була.

Миҙхәт Мәмбәтов ғүмер буйы тиерлек атаһының утлы яу юлын эҙләй. Бары тик архив яҙмалары буйынса атаһының үлгән көнөн һәм урынын билдәләй ала.

“Ниһайәт, мин атайымдың мәңгелек төйәген килеп күрә алдым. Туғандар ҡәберлегендә минең күңел торошом аңлашыла. Тулҡынланам да, атайымды күргәндәй булып, ҡыуанам да, шул уҡ ваҡытта  ошо һәйкәлде һаҡлаусылар менән ғорурланам да”,— ти ул “ДОН 24” телеканалына биргән интервьюһында.

— Әсәйем күптән ер ҡуйынында, әммә ул һине көттө, атай! Ғүмер буйы көттө... Һуңғы минуттарына, һуңғы һулышына тиклем көттө! Мин – һинең кинйә улың һәм ейәнең Юламан һинең үлмәҫ рухың алдында баш эйергә килдек, атай, – ти ул һәйкәлдәге атаһы рухына мөрәжәғәт итеп.

Башҡорт батырҙарына таҡтаташ  Деев хуторында урынлашҡан. Бында хәҙер бер кем дә йәшәмәй. Әммә немец-фашист илбаҫарҙарынан ерҙәрен азат иткән данлыҡлы кавалерия дивизияһы тураһында хәтерҙе Обливск районы кешеләре һаҡлай. Урындағы эҙәрмәндәр 12 яугирҙың исемен билдәләй ала. Улар был эште әле лә дауам итәләр.

Мәрйәм Имәнғолова.

 

Мәғлүмәт һәм фото: vk.com

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: