+18 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Донбасс уҡыусыларына — асыҡ дәрестәр

Өфө ҡалаһындағы Башҡорт архитектура, төҙөлөш һәм коммуналь хужалыҡ колледжында Донбасстан килгән 14-17 йәшлек уҡыусылар өсөн асыҡ дәрестәр үтте. Сара "Берҙәм Рәсәй" партияһының "Алтын ҡулдар" төбәк проектына ярашлы ойошторолдо.

Донбасс уҡыусыларына  —  асыҡ дәрестәр
Донбасс уҡыусыларына — асыҡ дәрестәр

Ҡунаҡтарҙы квалификациялы эшселәр әҙерләү бүлеге мөдире Андрей Шишкин сәләмләне.

— Беҙҙең бүлектә 10 оҫтахана бар. Бөгөн 5 йүнәлеш буйынса асыҡ дәрестәр күрһәттек: маляр-декоратив белем биреү, геодезия, һыуытҡыслы ҡулланмалар, һыу менән тәьмин итеү, каркаслы йорттар төҙөү.

Беҙең уҡыу йортонда 700 студент белем ала. Донбасс уҡыусылары өсөн дә шат буласаҡбыҙ, - тине ул үҙ сығышында.

Уҡыусылар төрлө һөнәрҙәр менән таныштылар, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнаштылар. Ҡыҙҙар һәм егеттәр үҙҙәре оҫта ролен башҡарҙы, һүрәттәр төшөрҙө, төҫтәр менән эш итергә өйрәнде.

— Беҙҙең өсөн бик ҡыҙыҡлы, мәғлүмәтле, мауыҡтырғыс дәрестәр әҙерләгәндәр. Күп нәмә тураһында белдек, тәжрибә тупланыҡ. Егеттәрҙе төҙөлөш сфераһы ҡыҙыҡһындырһа, миңә, мәҫәлән, рәсем сәнғәтенә бәйле булған барлыҡ дәрестәр ҙә оҡшаны. Киләсәктә мотлаҡ интерьер дизайнеры һөнәрен үҙләштереү теләге уянды. IX синыфты тамамлағас, бында уҡырға киләсәкмен, - тип тәьҫораттары менән бүлеште Яна Вдовина.

Ильвира ӘХМӘТОВА.

Донбасс уҡыусыларына  —  асыҡ дәрестәр
Донбасс уҡыусыларына  —  асыҡ дәрестәр
Донбасс уҡыусыларына — асыҡ дәрестәр
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: