+29 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Юрий Шатуновтың һуңғы йыры

Һәр кемгә яҡын, ябай, һағышлы йырҙары менән балаларҙың ғына түгел, йәштәрҙең, өлкәндәрҙең дә яратҡан йырсыһына әйләнгәйне Юрий Шатунов. Бына кисә, 29 июндә, уның һуңғы йырының премьераһы рәсми рәүештә YouTube каналында сыҡты. "Каждому своё" тип атала ул. Һүҙҙәрен иғтибар менән тыңлаһаң, халыҡ яратҡан артист, шиғырҙар һәм көйҙәр ижад итеүсе Юра Шатуновтың хушлашыу йыры кеүек яңғырай был йыр... Кисәнән бирле йырҙы 800 меңдән ашыу кеше тыңлаған. 

Юрий Шатуновтың һуңғы йыры
Юрий Шатуновтың һуңғы йыры

Юра Шатунов Күмертау ҡалаһында донъяға килә. Бала сағы ауыр үтә. Әсәһе йөрәк сиренән вафат булғанда Юраға 11 йәш кенә була. Атаһы менән айырылышҡанда өс йәшлек була. 

Ырымбурҙағы 2-се интернат-мәктәптә уҡығанда, 1986 йылдың 6 октябрендә, музыка түңәрәге етәксеһе, композитор Сергей Кузнецов менән таныша. Юра уның йырҙарын башҡара башлай, шулай итеп, "Ласковый май" төркөмө барлыҡҡа килә. 1988 йылда Кузнецов "Ласковый май"ҙың тәүге альбомын яҙҙыра. Шул кассетанан һуң киң танылыу яуланы ла инде төркөм. Һәр киоскынан, һәр магнитофондан үҫмер генә йырсы Юра башҡарған "Белые розы", "Лето", "Седая ночь", "Ну, что же ты...", "Тающий снег" йырҙары яңғырай башланы һәм йыр-моң һөйөүселәрҙең йөрәгенә үтеп инде. 

Миллиондарса табыныусылары булған Юрий Шатуновтың 48 йәшендә генә йөрәк сиренән был донъянан китеп барыуын халыҡ бик ауыр кисерә. Германияла ғаиләһе - ҡатыны Светлана, 15 йәшлек улы Дэннис һәм 9 йәшлек ҡыҙы Эстелла ҡалды.

 Юрий Шатуновҡа үлгәндән һуң "Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы" тигән исемде биреүҙе һорап, ил етәксеһенә мөрәжәғәт иткәндәр, петиция булдырғандар. Уға хәҙер бер ниндәй ҙә исем кәрәкмәй инде, әммә йырҙарын яратып тыңлаған, үҙен ихтирам иткән миллиондарса табыныусылары өсөн Юрий Шатуновтың ижадын һуңлап булһа ла баһалауҙары мөһим. 

Фото: https://yandex.

 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: