+13 °С
Дождь
VKOKTelegram

Һай, үҙебеҙҙең ҡыҙҙар!

Ошо көндәрҙә мода донъяһы XX быуаттың бөйөк модельеры Пьер Кардендың тыуыуына 100 тулыуын билдәләне. Шул уңайҙан Мәскәүҙәге Мода аҙналығы барышында матурлыҡ бәйгеләре үтте. Унда Башҡортостан һылыуҙары - 10 йәшлек Регина Хужина менән 15 йәшлек Азалиә Хөсәйенованың еңеүҙәр яулауы айырыуса ҡыуаныслы. 

Һай, үҙебеҙҙең ҡыҙҙар!Һай, үҙебеҙҙең ҡыҙҙар!
Һай, үҙебеҙҙең ҡыҙҙар!

Регина "World Beauty" матурлыҡ конкурсында Гран-при яулап, "Йәш ғаләм һылыуҡайы" (Юная Мисс Вселенная) исеменә һәм Пьер Кардендың алтын миҙалына лайыҡ булһа, Азалиә Хөсәйенова "Рәсәй һылыуҡайҙары" халыҡ-ара матурлыҡ фестивалендә "Иң йәш Рәсәй һылыуҡайы" номинацияһында I урын алды. 

Регина - Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы уҡыусыһы, бәләкәйҙән Фәйзи Ғәскәров исемендәге бейеү ансамбле ҡарамағындағы хореография бүлегендә шөғөлләнә. Бер йыл эсендә 11 матурлыҡ бәйгеһендә еңеүҙәр яулауға өлгәшкән, бынан тыш, мода, музыка буйынса ла уңыштары бихисап.

Ә Азалиә 48-се башҡорт лицейында белем ала. "Тамыр" балалар һәм үҫмерҙәр телеканалының "Тау-тау хәбәр" тапшырыуында эшләп тә өлгөрә, халыҡ бейеүҙәре, вокал, моделинг менән дә шөғөлләнә."Башҡортостан гүзәле- 2021", "Матурҡай - 2022" бәйгеләрендә еңеүҙәр яулаған. 2022 йылдан "Һомай" театр-дефиле студияһында хореография һәм дефиле буйынса педагог вазифаһын башҡара.

Башҡорт һылыуҙарын ҙур еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ! Башҡортостаныбыҙ данын һәр саҡ шулай лайыҡлы яҡларға яҙһын!

Фото: bashinform.ru

Һай, үҙебеҙҙең ҡыҙҙар!
Һай, үҙебеҙҙең ҡыҙҙар!
Һай, үҙебеҙҙең ҡыҙҙар!
Һай, үҙебеҙҙең ҡыҙҙар!
Һай, үҙебеҙҙең ҡыҙҙар!
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас