

Һәр сменала — 12 — 16 йәштәге 40 бала, барлығы 160 мәктәп уҡыусыһы ял итәсәк. Тәжрибәле вожатыйҙар, университет педагогтары улар өсөн бай йөкмәткеле, сағыу белем биреү программаһы әҙерләгән.
3 июль көндө Өфөлә сменаның тәүге ял итеүселәрен — Донецк Халыҡ Республикаһынан килгән 39 уҡыусыны ҡаршы алдылар. Улар БДПУ-ның дөйөм ятаҡтарында йәшәй.
4 июль көндө «Родина» кинотеатрында профилле сменаны асыу тантранаһы үтте. Унда Башҡортостан Республикаһының юғары уҡыу йорттары ректорҙары Советы рәйесе, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның ректоры Салауат Сәғитов, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең мәҙәниәт, белем биреү һәм йәштәр сәйәсәте департаменты директоры Ынйы Вернигора, Рәсәй Мәғариф Министрлығы Академияһының педагогик уҡыу йорттарының үҙ-ара идаралығы етәксеһе урынбаҫары Анна Карпухина, Дағстан дәүләт педагогия университетының ректоры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Нариман Асваров ҡатнашты.
Тантаналы рәүештә уҡыусыларға Аҡмулла университетының символикаһы төшөрөлгән галстук бәйләнеләр. Уҡыу йортоноң студенттары матур концерт программаһы әҙерләгәйне. Аҙаҡтан башҡорт кинорежиссёры, продюссеры Айнур Асҡаровтың «Өфөнән һөйөү менән» фильмы күрһәтелде.
Смена барышында уҡыусылар өсөн төрлө оҫталыҡ дәрестәре, тренингтар, ижади саралар, спорт ярыштары, осрашыуҙар ойоштороласаҡ. Шулай уҡ Башҡортостан мәҙәниәте һәм тәбиғәте менән танышыу мөмкинлеге лә була. Красноусол шифаханаһына, Өфө музейҙарына, «Рәсәй — минең тарихым» тариха паркына сәйәхәт ҡаралған. Ул ғына ла түгел, ҡунаҡтар ошо көндәрҙә баш ҡалабыҙҙа үтәсәк «Бөйөк оҫталар нәҫелдәре» Бөтә Рәсәй фестивале конкурсының шаһиты ла буласаҡ.