+28 °С
Болотло
VKOKМакс

Башҡортостан Республикаһының Милли музейы ғаилә байрамына саҡыра

Сара 8 июлдә, Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөндә, үтәсәк. Ул "Ныҡлы ғаилә - ил терәге" республика музейҙар акцияһына ярашлы ойошторола.

Башҡортостан Республикаһының Милли музейы ғаилә байрамына саҡыраБашҡортостан Республикаһының Милли музейы ғаилә байрамына саҡыра
Башҡортостан Республикаһының Милли музейы ғаилә байрамына саҡыра

Балаһы булған ғаиләләргә инеү бушлай. 

Ғаилә байрамы  иртәнге сәғәт 11-ҙә башланып, 16.00-ға тиклем дауам итәсәк. "Ғаилә һабантуйы", "Бал ҡорттары ғаиләһе", "Өләсәйем һандығы", "Биҙәүестәр сыңлауы", "Мультсеанс", "Байрам символы", "Халҡым моңо" тип аталған бай программалар әҙерләнгән.

Ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлаған, халҡыбыҙ тарихы, ғөрөф-ғәҙәттәре менән һуғарылған матур байрамдан ситтә ҡалмағыҙ, дуҫтар!

 

Фото: bashinform.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас