+28 °С
Болотло
VKOKМакс

"Шүлгәнташ"ҡа рәхим итегеҙ!

Бөрйән районында ҙур ваҡиға – «Шүлгәнташ» тарихи-мәҙәни музей комплексы асылды. Тантаналы сарала республика Башлығы Радий Хәбиров, Рәсәй, Ҡаҙағстан, Белоруссия, Монголия ғалимдары ҡатнашты.

"Шүлгәнташ"ҡа рәхим итегеҙ!"Шүлгәнташ"ҡа рәхим итегеҙ!
"Шүлгәнташ"ҡа рәхим итегеҙ!

– Шүлгәнташ мәмерйәһе – планетабыҙҙа кешелек цивилизацияһы барлыҡҡа килгән урындарҙың береһе. Был тарихи-мәҙәни комплекс – Рәсәйҙәге палеолит дәүеренең ҡая һүрәттәренә арналған бер­ҙән-бер музей. Беҙҙең маҡсат – боронғо ата-бабаларыбыҙҙың үҙенсәлекле аманатын өйрәнеү һәм һаҡлау.
Комплексты булдырған саҡта заманса технологиялар­ҙың иң-иңдәрен һайланыҡ, сит илдәрҙәге музейҙарҙы өйрәндек. Командабыҙ, ғалимдарыбыҙ һәр бер нәмәне ентекле уйлап эшләне.
Ул күңел асыу объекты ғына түгел, ә фән, мәҙәниәт, сәнғәт, тарихты өйрәнеү урыны ла. Бында лаборатория булдырҙыҡ, тимәк, тикшеренеүҙәр алып барыласаҡ.
Музей комплексыбыҙ бөтә донъя ғалимдарын йәлеп итер, йәштәр өсөн ғилми-мәғрифәт үҙәге булыр. Әлбиттә, ул Бөрйән районының иң матур урынын турис­тар өсөн тағы ла ылыҡтырғысыраҡ итер, тигән өмөттәбеҙ, – тине Башҡортостан етәксеһе.
Ете тематик блоктан торған «Шүлгәнташ» музей комплексын һеҙ ҙә барып күрегеҙ, дуҫтар!

 

"Шүлгәнташ"ҡа рәхим итегеҙ!
"Шүлгәнташ"ҡа рәхим итегеҙ!
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас