+19 °С
Облачно
VKOKTelegram

"Башҡорт аты" фестиваленә килегеҙ!

29—30 июлдә Баймаҡ районындағы Граф күле буйында "Башҡорт аты" беренсе республика башҡорт аттары фестивале үтәсәк.

"Башҡорт аты" фестиваленә килегеҙ!"Башҡорт аты" фестиваленә килегеҙ!
"Башҡорт аты" фестиваленә килегеҙ!

Унда Рәсәйҙәге иң ҙур аттар парады ойошторола, оҫталарҙан декоратив-ҡулланма ижад буйынса оҫталыҡ дәрестәре алырға, рәссамдарҙың күргәҙмәләре менән танышырға ла мөмкин. Шулай уҡ программаға "Ылаҡ", "Тай-тулаҡ", "Бәйге", "Ауҙарыш","Аламан бәйге" кеүек башҡорт халыҡ уйындары, "түңәрәк өҫтәлдәр", конференциялар ҙа ингән.

Уҡтан атыу буйынса "Мәргән уҡсы" төбәк-ара бәйгеһе лә уҙасаҡ. 

Фестиваль башҡорт эстрадаһы йондоҙҙарының ҙур концерт тамашаһы менән тамамлана.

Фото: tildacdn.com

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас