+28 °С
Болотло
VKOKМакс

Граф күле буйында — "Башҡорт аты" фестивале!

29-30 июлдә Баймаҡ районындағы Граф күле буйында "Башҡорт аты" беренсе республика башҡорт аттары фестивале үтәсәк.

Граф күле буйында — "Башҡорт аты" фестивале!Граф күле буйында — "Башҡорт аты" фестивале!
Граф күле буйында — "Башҡорт аты" фестивале!

Унда Рәсәйҙәге иң ҙур аттар парады ойошторола, оҫталарҙан декоратив-ҡулланма ижад буйынса оҫталыҡ дәрестәре алырға, рәссамдарҙың күргәҙмәләре менән танышырға ла мөмкин. Шулай уҡ программаға "Ылаҡ", "Тай-тулаҡ", "Бәйге", "Ауҙарыш","Аламан бәйге" кеүек башҡорт халыҡ уйындары, "түңәрәк өҫтәлдәр", конференциялар ҙа ингән.

Уҡтан атыу буйынса "Мәргән уҡсы" төбәк-ара бәйгеһе лә уҙасаҡ. 

Фестиваль башҡорт эстрадаһы йондоҙҙарының ҙур концерт тамашаһы менән тамамлана.

Сығанаҡ: bv02.news

Фото: bashinform.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас