Юрий һөйләүенсә, карьерҙарҙың береһендә ул сәйер табышҡа иғтибар иткән. Тәүҙә таш өйөмөнә тап булған. Ныҡлабыраҡ ҡарағас, ағас ҡабығына оҡшаған ҙур киҫәкте күреп ҡалған.
Ташҡа әүерелгән ағас Пермь осоро ҡатламдарында табылған, уларҙың йәше - 270-268 миллион йыл, ти географ Игорь Данилко.
«Табыш Туймазы районының етенсе тәбиғәт ҡомартҡыһына әүерелеүе ихтимал. Был урынды кәртәләргә, мәғлүмәт стенды ҡуйырға, уҡыусыларҙы һәм тыуған яҡтың тәбиғәте менән ҡыҙыҡһынғандарҙы бында йөрөтөргә кәрәк», - тип билдәләне ул.
+7 °С
Облачно

























