

Беренсе көн тотошлайы менән спорт ярыштарына бағышланған.
Тәүге тапҡыр ғына ойошторолған фестивалға Себер, Төньяҡ Кавказ, Казағстан, Узбәкстандан ҡатнашырға теләк белдереп килеүселәр бар. Ә был иһә сараға оло мәртәбә өҫтәй, уның баһаһын арттыра.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов белдереүенсә, "Башҡорт аты" тәүге тапҡыр ойошторолоуына ҡарамаҫтан, йылҡысылыҡ менән шөғөлләнгән Рәсәй эксперттары сараны юғары баһалаған һәм был башланғысты фәнни өлкәлә нигеҙле тип танығандар. Ғалимдарҙың да фестивалде ыңғай яҡтан баһа биреүе "Башҡорт аты" фестивален яңы баҫҡысҡа күтәрәсәк.
Сығанаҡ: bv02.info
Фото:bashinform.ru



