

Алдар батыр 1660 йылдарҙа Ҡана йылғаһы буйында урынлашҡан ауылда тыуған, йәғни хәҙерге Бөрйән районы Әтек ауылы янында булып сыға.
Бөрйән ырыуы башлығы, Башҡорт ихтилалдары етәксеһе, күп телдәр белеүсе дипломат, Ҡырым һәм Азов походтарында ҡатнашып, Пётр I ҡулынан дәүләт наградаһы алған яугир ул Алдар Иҫәкәев.
Хәтер ташын асыуға арналған сарала матур концерт та буласаҡ.