

Башҡорт атын бөтә илгә танытҡан, уның бар асылын, булмышын сағылдырған байрам театрлаштырылған тамаша һәм егеттәрҙең ат спорты шоуы менән башланып китте.
– Башҡорт халҡының тарихы, йәшәйеше аттар менән айырылғыһыҙ бәйләнгән. Ат – кешенең ышаныслы, тоғро дуҫы. Халҡыбыҙҙың мәшһүр эпостары «Урал батыр» һәм «Аҡбуҙат» та – быға асыҡ дәлил. Беҙҙең яугир олатайҙарыбыҙ – «төньяҡ амурҙары» һәм Миңлеғәли Шайморатов исемендәге 112-се башҡорт атлылары дивизияһы – ат менән бергә данлы, шанлы һуғыш юлы үткән. Бөгөн иһә беҙ уларға хөрмәт белдереү, дан йырлау маҡсатында ҙур байрамға йыйылдыҡ. Киләсәктә йылҡысылыҡ тармағын үҫтереүгә, башҡорт тоҡомло атын һаҡлауға иғтибар артасаҡ, – тип сәләмләне фестивалдә ҡатнашыусы ҡунаҡтарҙы республика Башлығы Радий Хәбиров.
Ә ҡунаҡтар шул тиклем күп ине. Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Тажикстан, Үзбәкстандан һәм Мәскәүҙән алып Яҡутстанға тиклем Рәсәйҙең егерменән ашыу өлкәһенән, үҙебеҙҙең республиканан биш меңдән ашыу кеше йыйылды. Был иһә беҙ башҡорт атын Кавказға, Урта Азияға, Рәсәйҙең Европа өлөшөнә, Урал аръяғына һәм Себергә данланыҡ, таныттыҡ тигән һүҙ!
«Башҡорт аты» фестивалендә Башҡортостан тарихында беренсе тапҡыр киң масштаблы аттар парады уҙҙы. Унда республиканың төрлө райондарынан ғына түгел, Ҡаҙағстан, Тажикстан, Дағстан, Ҡалмыҡстан, Ҡабарҙы-Балҡар, Саха (Яҡут), Татарстан республикаларынан, Силәбе, Рязань, Ырымбур өлкәләренән, Пермь крайынан, Мәскәү ҡалаһынан 500-гә яҡын һыбайлы ҡатнашты. Тигеҙ сафтарҙа Рәсәй һәм Башҡортостан, «Башҡорт аты» фестивале, «Төньяҡ амурҙары», Шайморатов һәм Достовалов исемендәге батальондарҙың флагтарын күтәреп килгән атлылар парады барыһын да һоҡландырҙы. Уларҙың милли кейемдәрҙә генә түгел, төрлө һуғыш йылдарындағы хәрби формаларҙа булыуы ла иғтибарҙы йәлеп итте.
Фестивалдең тәүге көнө спорт ярыштарына бағышланды. «Ылаҡ», «Тай-тулаҡ», «Бәйге», «Ауҙарыш», «Аламан бәйге», «Ҡыпсаҡ» кеүек халыҡ уйындары, ярыштары бик ҡыҙыу барҙы. Шулай уҡ 100 уҡсыны берләштергән «Мәргән уҡсы» төбәк-ара бәйгеһе лә гөрләп үтте. Унда Башҡортостан, Ҡалмыҡстан, Пермь крайы, Әстрәхан, Силәбе, Омск өлкәләре, Екатеринбург, Мәскәү ҡалаларынан иң таһылдар, иң етеҙҙәр, иң мәргәндәр һынау тотто. Ул йәйәүле һәм һыбайлы ярыштары номинациялары буйынса уҙғарылды. Атта уҡтан атыуҙа байтаҡ маршрут төрҙәре бар ине. Уҡсылар беренсе тапҡыр Рушан Хәсәнов төҙөгән Башҡортостан маршрутын үтте. Әйткәндәй, традицион яндан уҡ атыусылар араһынан һайлап алынған иң мәргән 12 кеше Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындарында ҡатнашасаҡ. Республиканың йыйылма командаһы туплана.
Ә шулай ҙа күптәр өсөн, моғайын, иң көтөп алынған, тулҡынландырғыс, көсөргәнешле мәл «Оҙон бәйге» бөтә тоҡомло аттар ярышы булғандыр. 14 саҡрымдағы араны иң беренселәрҙән булып Турысай ҡушаматлы аты менән эшҡыуар Алмас Шөғөров үтте! Еңеүсегә төп бүләкте – «Лада-Гранта» автомобиленә сертификатты һәм дипломды республика Башлығы Радий Хәбиров үҙе тапшырҙы.
Фестивалдә иң яҡшы ҡымыҙ етештереүселәр ҙә билдәләнде. Халыҡ кәсептәре оҫтаханалары, ат егеү өсөн кәрәк-яраҡтарҙы әҙерләү менән шөғөлләнеүселәр, сергетыш яһау оҫталары, күн, тимер әйберҙән төрлө әйберҙәр эшләгән һөнәрселәр, ауыл хужалығы продукцияһын етештергән эшҡыуарҙар тарафынан күргәҙмәләр ойошторолдо, оҫталыҡ дәрестәре үткәрелде.
– Беҙ «Башҡорт аты» фестивален булдырҙыҡ! Был беҙҙең өсөн оло мәртәбә! Һәм, әлбиттә, сараның иң ҙур, мөһим һөҙөмтәһе – ул Радий Фәрит улының тәҡдиме буйынса башҡорт атын өйрәнеүгә арналған фәнни институт булдырыу, – тип белдерҙе Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов.
Башҡорт аты элек-электән халҡыбыҙҙың ышаныслы дуҫы, юлдашы, яуҙашы булған. Шуға ла милләтебеҙҙе унһыҙ күҙ алдына ла килтереү мөмкин түгел. Ҡайҙа ғына бармай, ниҙәр күрмәй ир-егеткәй менән ат башы, тип йырҙарҙа ла йырлана бит.
Ю. ӘХМӘТЙӘНОВА.