+15 °С
Болотло
TelegramVKOKTikTok
Бөтә яңылыҡтар

Таныш булығыҙ: "Башккорд" төркөмө!

Силәбенән  "Башккорд" беренсе балалар башҡорт рок төркөмө "Zaman - 2022" этно-фестивалендә сығыш яһаясаҡ. Сара 6 августа Силәбе өлкәһендәге Метлин ҡасабаһында үтә.

Таныш булығыҙ: "Башккорд" төркөмө!
Таныш булығыҙ: "Башккорд" төркөмө!

"Башккорд" төркөмө күптән түгел генә барлыҡҡа килгән.

Алтынай Нишанова, Карина Бигилдина, Ләйсән һәм Асель Мөхәмәтйәновалар Башҡортостан Республикаһы Халыҡтар дуҫлығы йорто ҡарамағында асылған гитара буйынса курсҡа яҙыла. Уның етәксеһе, өлкәләге билдәле музыкант булып танылған Ришат Рәхимов ҡыҙҙар менән балалар рок төркөмө ойоштороға ҡарар итә. Башҡортса аккорд -  "Башккорд" төркөмө шулай тыуа.

Бер нисә айҙан һәләтле ҡыҙҙар тәүге йырҙарын яҙҙыра, клипта төшә. Ришат Рәхимов әйтеүенсә, төркөм башлыса авторлыҡ йырҙар менән сығыш яһаясаҡ. Ҡыҙҙар башҡарыуындағы ҡатай ырыуы башҡорттарының йәштәр съезы гимны булған  "Ҡатай" йырын күптәр яратып та өлгөргән. 

Ә "Zaman - 2022" этно-фестиваленә улар ике номер әҙерләгән. "Blur" британ төркөмө башҡарыуындағы "Song2" йыры башҡорт телендә яңғыраясаҡ. Шулай уҡ "Көҙ"  тигән авторлыҡ йырын да башҡарасаҡтар.

"Башккорд" беренсе балалар башҡорт рок төркөмө ҡыҙҙарына уңыштар теләйек! 

Фото: bashinform.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас в