

Республикала милли уҡ-һаҙаҡтан атыу йолаһын тергеҙеү, уҡыусыларҙың оҫталыҡтарын камиллаштырыу, йәш быуында илһөйәрлек тәрбиәләү маҡсатында ойошторолған “Мәргән уҡсы” хәрәкәте лә йылдан-йыл үҙ тирәһенә мәргәндәрҙе күберәк туплай. Әйткәндәй, быйыл ул «Туғыҙ көньяҡ ҡәбиләләренең мәргән уҡсыһы» проекты менән Башҡортостан гражданлыҡ йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фондының грантына эйә булғайны. Шуға ярашлы республикабыҙҙың туғыҙ районында традицион уҡтан атыу буйынса секциялар ойошторола. Улар иҫәбендә Көйөргәҙе районы ла бар.
Ошо көндәрҙә Кинйәабыҙ ауылында «Мәргән уҡсы» хәрәкәтен ойоштороусы Юлай Ғәлиуллин менән осрашыу үтте. Ул районға уҡ-һаҙаҡ, махсус сәп бүләк итте, йәйәнән атыу буйынса мәғлүмәт бирҙе, оҫталыҡ дәресе күрһәтте. Мәргән уҡсыны өлкәндәр генә түгел, балалар ҙа ҡыҙыҡһынып тыңланы, аҙаҡтан мауығып уҡтан атты.
-Районыбыҙҙың биш ауылында ошо спорт төрө буйынса секция асырға ниәтләйбеҙ. Моғайын, шөғөлләнергә теләүселәр күп булыр. Киләһе йылға, Алла бирһә, башҡорт халҡының батыры Кинйә Арыҫлановтың тыуыуына 300 йыл айҡанлы уҡтан атыу буйынса турнир ҙә үткәрербеҙ әле, - тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы Юлай Талха улы Ильясов.
Мәргәндәрҙең күңелендә батырлыҡ, ҡыйыулыҡ, сыҙамлыҡ, таҫыллыҡ кеүек күркәм сифаттар уятҡан, башҡорт халҡының тарихына, мәҙәниәтенә ҡыҙыҡһыныу тәрбәиәләгән был спорт төрөнөң Көйөргәҙелә лә киң танылыуын теләйбеҙ.
Юлиә КИРӘЕВА.
Фото: vk.com