+17 °С
Облачно
VKOKМакс
Был донъяла ниҙәр бар?
12 Августа 2022, 10:01

Биш үҫмер ағыуланған

Өфөлә биш үҫмер ағыуланып дауаханаға эләккән.

Ошо айҡанлы Октябрь районы прокуратураһы тикшереү үткәрә. 

14-15 йәшлек өс ҡыҙ һәм бер малай таныш ҡыҙҙарының фатирында булған. Алкоголь һәм ниндәйҙер таблетка ҡулланыуҙары билдәле. Өлкәндәр өйҙә булмаған. Әле өс бала ауыр хәлдә, ҡалған икеһенең дә хәлдәре еңелдән түгел. 

Был ваҡиғаның сәбәптәре асыҡланғас, прокуратура тарафынан баһа биреләсәк һәм тейешле саралар күреләсәк.

Үҫмерҙәр һауығып китһен инде... Был хәл улар өсөн ғибрәтле һабаҡ булып ҡалһын.

Фото: yandex.ru.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас