+10 °С
Облачно
VKOKTelegram
Был донъяла ниҙәр бар?
12 Августа 2022, 09:21

Улар Мәскәүгә барасаҡ

25-28 августа Мәскәүҙә беренсе тапҡыр Балалар мәҙәни форумы үтәсәк. Унда Башҡортостандан 8 уҡыусы ҡатнашасаҡ.

Улар Мәскәүгә барасаҡУлар Мәскәүгә барасаҡ
Улар Мәскәүгә барасаҡ

Кемдәр, тиһегеҙме? Башҡортостан Башлығы стипендиаты, йыр һәм фортепьяно буйынса халыҡ-ара конкурстар лауреаты Ника Мартюченко, хореография буйынса "Йәш таланттар" конкурсы лауреаты Милена Кулик, шулай уҡ һынлы сәнғәт  буйынса халыҡ-ара конкурс лауреаты Сәлимә Хәмитова, балалар театр коллективтарының "Алтын асҡыс" асыҡ Берлин халыҡ-ара бәйгеһе лауреаты Алан Шаменов, Башҡортостан Республикаһының Милли музейы ойошторған конкурстарҙа ҡатнашыусы Илана Садыкова, "Тау-тау хәбәр"ҙе алып барыусы Фатима Сынбулатова, Рәми Ғарипов ижады буйынса "Аҙым" интернет конкурсы проекты авторы Зарина Юнысова, "Телешко" телевидение мәктәбенән Арсений Ғәйнуллин. 

Форумда барлығы 1 мең 500-ҙән ашыу уҡыусы ҡатнашасаҡ. Cара барышында Рәсәй Федерацияһының мәҙәниәт министры Ольга Любимова менән осрашыу ҙа буласаҡ.

Фото: yandex.ru.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас