

Сираттағы сара 2022 йылдың 3 сентябрендә уҙасаҡ. «Еңеү диктанты»нда ҡатнашыусылар Бөйөк Ватан һуғышы ваҡиғаларына һәм Бөйөк Еңеүгә ҡағылышлы 25 һорауға яуап бирәсәк. Әйткәндәй, иң күп балл йыйып, грамота алыусы абитуриенттар юғары уҡыу йортона уҡырға ингәндә өҫтөнлөк менән файҙаланасаҡ.
2019 йылда был сарала 100 мең кеше ҡатнашһа, 2021 йылда иһә 1,5 миллион «Еңеү диктанты» һорауҙарына яуап биргән. Быйыл да ул оффлайн да, онлайн да үткәреләсәк. Ҡатнашыу өсөн https://диктантпобеды.рф/ сайтында теркәлергә кәрәк.
Фото: ufacity.