+22 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Был донъяла ниҙәр бар?
18 Август 2022, 08:01

Мәктәпкә әҙерләнеү ни хаҡ?

Яңы уҡыу йылы алдынан магазиндарҙа, сауҙа үҙәктәрендә йәнлелек арта. Балаларын эйәрткән атай-әсәйҙәр бик күп: мәктәпкә кейем-һалым, биштәр, кәрәк-яраҡтар алалар. Уҡыусы балалары булған ғаиләләр быйыл хаҡтарҙың күпкә артыуына борсолоуын белдерә.

Мәктәпкә әҙерләнеү ни хаҡ?Мәктәпкә әҙерләнеү ни хаҡ?
Мәктәпкә әҙерләнеү ни хаҡ?

Әммә бер ни ҡылып булмай, баланы мәктәпкә әҙерләргә кәрәк. Республика район-ҡалаларында мәктәп йәрминкәләре эшләй. Белеүебеҙсә, байтаҡ белем усаҡтары уҡыусыларына форманы тектереп алырға төрлө ойошмалар менән килешеүҙәр төҙөгән. Ҡайһы бер мәктәптәрҙә ҡыҙҙар – күлдәк менән алъяпҡыс, икенселәрендә блузка менән сарафан кейеп йөрөй. Ә малайҙар иһә – костюм, аҡ күлдәк, гулстук. Әйткәндәй, беҙ ҙә Өфөләге бер нисә сауҙа үҙәгенә, балалар магазиндарына барып, хаҡтар менән танышып сыҡтыҡ. Ысынлап та, тешләшәләр шул. Мәҫәлән, башланғыс синыфта ғына уҡыған малайҙар өсөн тәбиғи материалдарҙан торған сифатлы туҡыманан тегелгән костюмдың хаҡы – 5 мең 500 һум! Ҡиммәт, әлбиттә, әммә балаһының һаулығы тураһында ҡайғыртҡан атай-әсәй барыбер аласаҡ уны. Сөнки улының көнө буйы синтетик, һауа үткәрмәй торған тауарҙан тегелгән кейем кейеп йөрөүен теләмәй улар. Саҡ ҡына мулыраҡты алһаң, киләһе йылда ла ошо уҡ пинжәк менән салбарҙы кейергә мөмкин. Төҫө уңмай, өбөрөләнмәй, сифатлы инде, сифатлы. Әммә барыбер бөтәһенең дә мөмкинлеге юҡ шул ундай ҡиммәтле кейем алырға. Етмәһә, ғаиләлә бер нисә мәктәп йәшендәге бала булһа? Хәйер, мәктәп баҙарында ғына түгел, бүтән магазиндарҙа ла мәктәп формалары һатыусылар күп. Хатта бер үк сифатлы алъяпҡысты ҡайҙалыр 400-800 һумға һатһалар, арзан хаҡлы әйберҙәр магазинында 290 һумға ла алырға мөмкин. Шунда уҡ 400 тирәһе торған күлдәкте баҙарҙа 1800-2000 һумға күреп аптырап ҡалаһың. Эҙләнергә, һайларға кәрәк. Тик туҡыманың составында яртыһы булһа ла тәбиғи материал булырға тейеш.

 Хәҙер кейемде интернет магазиндарҙан алыусылар ҙа күп. Унда хаҡтар осһоҙораҡ, ташламалар ҙа бар.

Әйткәндәй,    Башҡортостан статистика идаралығы быйыл I синыфҡа уҡырға барасаҡ баланы мәктәпкә әҙерләү күпмегә төшкәнен иҫәпләп сығарған. Ҡыҙҙар өсөн 27 мең 624 һум, малайҙар өсөн – 22 мең 889 һум тирәһе аҡса кәрәк. Ведомство белдереүенсә, 2021 йыл менән сағыштырғанда, хаҡтар 15-18 процентҡа артҡан.

“Балалар донъяһы” магазинында рюкзактарҙың ниндәйе генә юҡ! Улың йәки ҡыҙың әлеге ваҡытта кескәйҙәр яратып ҡараған йәнһүрәт геройҙары һүрәте төшөрөлгәнен һайлаһа, 4 мең 200 һумыңды сығарып һалырға тура киләсәк, уныһы ла ташлама менән әле. Быларҙан тыш физкультураға спорт кейеме, аҡ табанлы кроссовки йә кеда, алмаш аяҡ кейеме, мәктәпкә кейеп йөрөргә туфли, ҡыҙҙарға колготкиҙар һәм башҡалар...

Бынан алда ике йыл яңы уҡыу йылына әҙерләнеү өсөн хөкүмәт һәр уҡыусыға 10-ар мең аҡса түләгәйне. Быйыл өндәшмәйҙәр. Уның ҡарауы күп балалы, аҙ килемле ғаиләләргә дәүләт төрлө түләүҙәр индерҙе. Барыбер мәктәпкә әҙерләнеү күңелле мәшәҡәттәр генә ул, шулай бит?!

Фото: https://yandex.ru.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас