+24 °С
Дождь
VKOKМакс
Был донъяла ниҙәр бар?
18 Августа 2022, 07:55

Ҡулланылған батарейкаларҙы ташларға ашыҡмағыҙ!

Сөнки баш ҡалабыҙ Өфөлә тотонолған аккумулятор батарейкаларын йыйыу буйынса конкурс иғлан ителде. Ул «Тәбиғәтте һаҡлау эштәре аҙналығы» акцияһына ярашлы ойошторола.

Ҡулланылған батарейкаларҙы ташларға ашыҡмағыҙ!Ҡулланылған батарейкаларҙы ташларға ашыҡмағыҙ!
Ҡулланылған батарейкаларҙы ташларға ашыҡмағыҙ!

Сара тирә-яҡ мөхиткә, тәбиғәткә ҡарата һаҡсыл ҡараш уятыуға, ҡалдыҡтарҙы йыйыу эшмәкәрлеген көндәлек тормошҡа индереүгә йүнәлтелгән.

Әгәр ҙә һеҙҙә ҡулланылған батарейкалар бар икән, ташларға ашыҡмағыҙ. Уларҙы 17 августан 22-һенә тиклем сәғәт көндөҙгө 3-тән киске 7-гә ҡәҙәр Бельская урамында урынлашҡан «Лента» гипермаркеты янындағы махсус ҡабул итеү пунктына тапшыра алаһығыҙ. Батарейкалар эшкәртеү өсөн Силәбеләге «Мегаполисресурс» заводына ебәреләсәк.

Әйткәндәй, былтыр ошондай акция ваҡытында халыҡтан 3100 килограмм тотонолған батарейкалар йыйылған.

Сығанаҡ һәм фото: bashgazet.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас