+20 °С
Облачно
VKOKTelegram
Был донъяла ниҙәр бар?
19 Августа 2022, 15:34

Донбасс балалары өсөн – «Аҡбуҙат» журналы

Бөгөн Ҡариҙел районындағы Павловка һыуһаҡлағысы буйында урынлашҡан «Звездный» физкультура-һауыҡтырыу комплексында журналистарҙың сираттағы йәйге фестивале үтте.  

Донбасс балалары өсөн - "Аҡбуҙат" журналыДонбасс балалары өсөн - "Аҡбуҙат" журналы
Донбасс балалары өсөн - "Аҡбуҙат" журналы

Сараның төп темаларының береһе  илһөйәрлекте яҡтыртыу булды. «Медиашефлыҡ: Башҡортостандың матбуғат саралары  – Донбасс балалары» тигән махсус проекттың исем туйы  иғтибарҙы йәлеп итте. Уның буйынса  «Аҡбуҙат» журналының  Донецк Халыҡ Республикаһы балалары өсөн махсус һаны донъя күргән. Проекттың тарихы менән Башҡортостан Республикаһының  Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев таныштырып үтте:

  2022 йылдың июнендә үткән «Медиайыйын»да «Патриотик тәрбиә» оҫталыҡ дәресе барышында «Аҡбуҙат»тың редакторы Лариса Хашим ҡыҙы Абдуллина Донецк Халыҡ Республикаһы Башлығының матбуғат сәркәтибе Алёна Алексееваға, һеҙҙә балалар өсөн ниндәй матбуғат баҫмалары сыға, тигән һорау биргәйне. Унда бер баҫма ла сыҡмауы тураһында ишеткәс, беҙ аптыраныҡ. Башҡортостанда бит балалар һәм йәштәр матбуғатына ҙур иғтибар бүленә. Форумда «түңәрәк өҫтәл» артында һөйләшеү ваҡытында Башҡортостан Республикаһы Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов Донбасс балалары өсөн матбуғат баҫмаһы сығарырға ярҙамлашырға тәҡдим итте. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә бергәләп «Аҡбуҙат» журналының урыҫ телендәге бер һанын сығарыуға өлгәштек. 1 мең дана журналды 1 сентябргә тиклем Донбасс балаларына ебәрәсәкбеҙ, – тине ул.

Журналда Башҡортостан тураһында мәғлүмәттәр бирелгән,  шулай уҡ Донецк ҡалаһы уҡыусыларының ижады ла донъя күргән.

Фото: "Бәйләнештә". 

Донбасс балалары өсөн - "Аҡбуҙат" журналы
Донбасс балалары өсөн - "Аҡбуҙат" журналы
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас