+19 °С
Облачно
VKOKTelegram
Был донъяла ниҙәр бар?
20 Августа 2022, 10:50

«Бөйөк дала» рок фестивале үтә

Бөгөн Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙағы мәҙәниәт һәм ял паркында «Бөйөк дала» рок концерты була. Уны Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Хәйбулла районы хакимиәте ойоштора.

«Бөйөк дала» рок фестивале үтә«Бөйөк дала» рок фестивале үтә
«Бөйөк дала» рок фестивале үтә

Фестиваль тәүге тапҡыр «Рух» төркөмөнөң 20 йыллығы айҡанлы үткәрелә.

Быйылғы концертта «Аҡъяр», «Рух», «Майҙан» һәм башҡа төркөмдәр ҡатнаша. Ә махсус ҡунаҡ – «Дәрүишхан» төркөмө. Сара 20 августа, киске 20.00 сәғәттә

Үткән быуаттың 90-сы йылдары башында башҡорт эстрадаһында рок йүнәлешле йырҙар яңғырай башлай. Уларҙы йәштәр бик яратып ҡабул итә. Йырҙары ла шәп ине шул, уларҙы отоп алып йырлап йөрөй торғайныҡ. Әйткәндәй, «Дәрүишхан», «Рух» кеүек төркөмдәрҙең ул ваҡыттағы әҫәрҙәрен бөгөнгө йәштәр ҙә белә һәм яратып тыңлай, хатта йырлай. 

«Бөйөк дала» рок-концерты яңы йондоҙҙар асһын, матур йырҙар яңғыраһын!

Фото: bashinform.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас