+13 °С
Облачно
VKOKTelegram
Был донъяла ниҙәр бар?
20 Августа 2022, 15:19

Күргәҙмә-форум үтәсәк

 Яңы уҡыу йылы башланыр алдынан, 25-27 августа, "Өфөнөң ВДНХ-ЭКСПО  залында «Ғаилә һәм балалыҡ» күргәҙмә-форумы  ойошторола.

Күргәҙмә-форум үтәсәкКүргәҙмә-форум үтәсәк
Күргәҙмә-форум үтәсәк

Атай-әсәйҙәр һәм балалар өсөн төрлө файҙалы саралар үтәсәк, лекциялар уҡыласаҡ. Шулай уҡ бушлай педиатр, эндокринолог, терапевт, невролог, психолог, психотерапевт, кардиолог консультациялары алырға мөмкин буласаҡ, тип вәғәҙә итәләр.

15, 26 августа «Баланы түңәрәккә яҙ!» тигән акция көтөлә. 26 августа матур ғаилә байрамы ла уҙасаҡ: балалар өсөн уйындар, викториналар, квестар ойоштороласаҡ, «Таланттар йондоҙлоғо» конкурсы еңеүселәре ҡатнашлығында концерт та буласаҡ. 

Фото: http://bvkexpo.ru.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас