

Фидан Ғафаров, Нурия Ирсаева. Сәнғәт донъяһындағы легендалар. Икеһе лә республикабыҙҙың ғына түгел, РСФСР-ҙың халыҡ артистары. Спектаклдәрҙәге ролдәре, дуэттары, моңло йырҙары менән нисә быуын тамашасыһын һоҡландыра улар?! Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында уларҙың юбилей кисәһен үткәрәсәктәр.
Нурия Ирсаева - 1942 йылдың 13 октябрендә Миәкә районы Ҡанбәк ауылында, Фидан Ғафаров 1947 йылдың 12 октябрендә Дүртөйлө районы Яңы Уртай ауылында тыуған.
Яратҡан актёрҙарыбыҙға ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйек.
Фото: yandex.ru.