+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Был донъяла ниҙәр бар?
26 Август 2022, 07:23

"Өйҙә яҡшыраҡ"

"Өйҙә яҡшыраҡ", - ти Эдуард Ғиндуллин. Ул - быйыл XI синыфты тамамланы. Химия буйынса Берҙәм дәүләт имтиханын 100 балға биргәйне.  

"Өйҙә яҡшыраҡ""Өйҙә яҡшыраҡ"
"Өйҙә яҡшыраҡ"

Ә уның кеүек һәләтле, тырыш уҡыусыларҙы юғары уҡыу йорттары үҙҙәре үк уҡырға саҡыра. Эдуард та Мәскәү, Санкт-Петербург вуздарына ла үткән, әммә Өфөнө һайлаған.

Баш ҡаланың 58-се лицейында уҡ  ниндәй йүнәлештә уҡырға инәсәген планлаштырған ул. Химия фәне уға бик оҡшай. Әсәһе лә медицина өлкәһендә эшләй икән. Төплө белем биргән химия уҡытыусыһы Нина Фәтҡуллинаға ла рәхмәтле егет.

Сит ҡалала ятаҡта йәшәүгә ҡарағанда өйҙә уңайлыраҡ, яҡшыраҡ, тип иҫәпләй егет. Эдуард Башҡорт дәүләт медицина университетында белем алсаҡ.

Фото: https://vk.com.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас