+12 °С
Облачно
VKOKTelegram
Был донъяла ниҙәр бар?
27 Августа 2022, 08:40

"Ҙур тәнәфес" яңы мөмкинлектәр аса

«Артек» халыҡ-ара балалар үҙәгендә V – VII синыфтар араһында «Ҙур тәнәфес» Бөтә Рәсәй конкурсының финалы уҙҙы.

"Ҙур тәнәфес" яңы мөмкинлектәр аса"Ҙур тәнәфес" яңы мөмкинлектәр аса
"Ҙур тәнәфес" яңы мөмкинлектәр аса

Башҡортостандан 10 уҡыусы саҡырылғайны. Уларҙың өсәүһе еңеүсе исеменә лайыҡ булды: Өфө­ләге 93-сө физика-мате­ма­тика лицейынан Кирилл Рыба­ков, Стәрлетамаҡтағы 2-се гимназиянан Ярослава Селивёрстова һәм Учалы районының Ҡунаҡбай мәктәбенән Ләйсән Сибәғәтуллина.
Уларға конкурста ҡатнашыу бик оҡшаған, киләһе йылда ла «Ҙур тә­нәфес»тә ҡатнашырға теләктәре ҙур. Ә сентябрҙә махсус поезда Санкт-Петербургтан – Влади­востокка, Владивостоктан Санкт-Петербургҡа тиклем сәйәхәт итәсәктәр.
Әйткәндәй, быйыл V – VII синыфтар араһында илебеҙ буйынса 300 уҡыусы еңеүсе булған, шулар­ҙың 88-е конкурста икенсегә ҡатнашҡан. «Ҙур тәнәфес» – Рәсәйҙә балалар өсөн иң ҙур ярыш. Ул «Мәғариф» милли проекты буйынса тормошҡа ашырыла.
«Ҙур тәнәфес»тә ҡатнашыусылар тәүҙә дистанцион этаптарҙа ҡатнаша, һынауҙар үтә. Был юлы ла 1 миллион 500 мең уҡыусы араһынан 760-ын һайлап, он­лайн-әңгәмәләшеү үткәргәндән һуң, 600 еңеүсегә «Артек»ка юллама тапшыр­ғандар. Ә унда инде ко­мандаларға бүленеп ярышалар. VII синыф­ҡа барасаҡ Учалы ҡыҙы Ләйсән Сибәғәтуллина ла «Артек»­тан ҡанатланып ҡайтҡан.
– Мин бик шәп командаға эләктем һәм уңыш йылмайҙы. Киләһе йылда ла мотлаҡ ҡатнашасаҡмын, – ти ҡыҙ.
Командала ярышыуы ҡатмарлы ғына: ундағы уҡыусылар һинең дәғүәселәрең дә бит. Логик фекер­ләү, киң белемле, асыҡ күңелле, аралашыусан булыу – бында бик кәрәкле сифаттар.
– Ләйсән – ҡыҙыҡһыныусан, маҡсатҡа ынтылыусан уҡыусы. Синыф һәм мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнаша. Тарих, йәмғиәтте өйрәнеү, әҙәбиәт фәндәренә һәләтле. Үткән уҡыу йылында йәм­ғиәтте өйрәнеү буйынса Юрий Гагарин исемендәге кубокка үткәрелгән олимпиадала мәктәп буйынса еңеүсе булды, районда приз­лы урын алды. Әҙәби әҫәрҙе экранлаштырыу буйынса «Минең яратҡан әкиәтем» тигән район конкурсында еңде. Ләйсән тырышып белем ала, кешеләр менән ара­лашыр­ға ярата, – ти уның синыф етәксеһе Әлиә Закирова.
«Ҙур тәнәфес» конкурсында уҡыу буйынса алған билдәләр түгел, ә үҙенсәлекле фекерләй белеү мөһим. Был проектта үҙеңә оҡшаған йүнәлеште һайлай алаһың: журналистика, спорт, ижад, экология, ирекмәнлек һәм башҡалар.
Үҙегеҙ үҙгәрергә һәм донъяны үҙгәртергә теләйһегеҙме? Улайһа, «Ҙур тәнәфес» конкурсында ҡатнашығыҙ, дуҫтар. Проектҡа – https://bolshayaperemena.on­line/ V синыфтан ҡушылырға мөмкин.

Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА.

"Ҙур тәнәфес" яңы мөмкинлектәр аса
"Ҙур тәнәфес" яңы мөмкинлектәр аса
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас