

Сараның төп темалары медиаилһөйәрлек үҫеше, социаль селтәрҙәрҙә фейктарға ҡаршы тороу булды. Федераль спикерҙар үткәргән оҫталыҡ дәрестәре ошо өлкәлә белемде камиллаштырырға ярҙам итте.
Фестивалдә «Медиашефлыҡ: Башҡортостандың киң мәғлүмәт саралары – Донбасс балалары» тигән махсус проекттың исем туйы ла үтте. Шул айҡанлы «Аҡбуҙат» журналының Донецк Халыҡ Республикаһы балалары өсөн махсус һаны донъя күргән. Проекттың тарихы менән Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев таныштырҙы.
– 2022 йылдың июнендә үткән «Медиайыйын»да «Патриотик тәрбиә» оҫталыҡ дәресе барышында «Аҡбуҙат»тың баш мөхәррире Лариса Хашим ҡыҙы Абдуллина Донецк Халыҡ Республикаһы Башлығының матбуғат сәркәтибе Алёна Алексееваға, һеҙҙә балалар өсөн ниндәй матбуғат баҫмалары сыға, тигән һорау биргәйне. Унда бер баҫма ла сыҡмауы тураһында ишеткәс, беҙ аптыраныҡ. Башҡортостанда бит балалар һәм йәштәр матбуғатына ҙур иғтибар бүленә.
Форумда «түңәрәк өҫтәл» артында һөйләшеү ваҡытында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов Донбасс балалары өсөн матбуғат баҫмаһы сығарырға ярҙамлашырға тәҡдим итте. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә бергәләп «Аҡбуҙат» журналының урыҫ телендәге бер һанын сығарыуға өлгәштек. 1 мең дана журналды 1 сентябргә тиклем Донбасс балаларына ебәрәсәкбеҙ, – тине ул.
Журналда Башҡортостан тураһында мәғлүмәттәр бирелгән, шулай уҡ Донецк ҡалаһы уҡыусыларының ижады ла донъя күргән.
– Донецк ҡалаһындағы 96-сы мәктәп уҡыусыһы Екатерина Ярошевичтың «Путевые заметки Ангела Донбасса» тигән яҙмаһын уҡығанда күҙгә йәштәр төйөлә. Ул бомбаға тотҡан ваҡытта һеңлеһен күкрәге менән ҡаплап һәләк булған малай исеменән яҙылған, – ти Лариса Хашим ҡыҙы.
Исем туйында «Аҡбуҙат» журналының кескәй дуҫтары Азамат Абдуллин, Гүзәл Мостафина, Гөлнәзирә Тайсина ла ҡатнашты. Азамат ҡумыҙҙа уйнап ишеттерҙе. Ҡыҙҙар шиғыр һөйләне. Әйткәндәй, урыҫ телендә яңғыраған шиғырҙы Донецк Халыҡ Республикаһынан уҡыусы Альбина Акхозова яҙған. Ул журналдың махсус һанында баҫылып сыҡҡан.
Сараның аҙағында фестиваль ҡунаҡтары «Изгелек кәрәҙе»нә ихлас күңелдән теләктәр яҙҙы.
Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА.