+23 °С
Ясно
VKOKМакс
Был донъяла ниҙәр бар?
30 Августа 2022, 05:56

Күмертауҙа - Юрий Шатунов исемендәге кабинет

Күмертау ҡалаһындағы 3-сө республика гимназия-интернатындағы музыка кабинетына Юрий Шатунов исемен биргәндәр. Был белем усағында Юра 1984 йылда уҡып киткән.

Күмертауҙа - Юрий Шатунов исемендәге кабинетКүмертауҙа - Юрий Шатунов исемендәге кабинет
Күмертауҙа - Юрий Шатунов исемендәге кабинет

 Юра Шатунов Күмертау ҡалаһында донъяға килә. Бала сағы ауыр үтә. 3 йәшлек сағында атаһы менән айырылышалар. Әсәһе йөрәк сиренән вафат булғанда Юраға 11 йәш кенә була. 

Ырымбурҙағы 2-се интернат-мәктәптә уҡығанда, 1986 йылдың 6 октябрендә, музыка түңәрәге етәксеһе, композитор Сергей Кузнецов менән таныша. Юра уның йырҙарын башҡара башлай, шулай итеп, "Ласковый май" төркөмө барлыҡҡа килә. 1988 йылда Кузнецов "Ласковый май"ҙың тәүге альбомын яҙҙыра. Шул кассетанан һуң киң танылыу яуланы ла инде төркөм. Һәр киоскынан, һәр магнитофондан үҫмер генә йырсы Юра башҡарған "Белые розы", "Лето", "Седая ночь", "Ну, что же ты...", "Тающий снег" йырҙары яңғырай башланы һәм йыр-моң һөйөүселәрҙең йөрәгенә үтеп инде. 

"Ласковый май" төркөмөнөң солисы, яратҡан йырсыбыҙ Юрий Шатунов 2022 йылдың 23 июнендә вафат булды. 

Фото: bashinform.ru.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас