+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Был донъяла ниҙәр бар?
31 Август 2022, 08:11

Ҡотҡарыусы булырҙар әле

 Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты һәм уға ҡараған учреждениелар хеҙмәткәрҙәре ғаиләләре өсөн Уҡытыу-методик үҙәгендә асыҡ ишектәр көнө үткән. Яңы уҡыу йылы алдынан балаларҙы ҡотҡарыусыларҙың эше менән таныштырырға булғандар. Сарала ҡатнашыусыларҙы Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров сәләмләгән.

Ҡотҡарыусы булырҙар әлеҠотҡарыусы булырҙар әле
Ҡотҡарыусы булырҙар әле

Хәүефһеҙлек тураһында мөһим һөйләшеү булған. Квест-уйын формаһында урамда һәм өйҙә ниндәй хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәргә кәрәклеген иҫтәренә төшөргәндәр, кабинеттар менән танышҡандар. Балаларға был сәйәхәт бик оҡшаған.

Ҡағиҙәләрҙе белеү кәрәк, әлбиттә, әммә уларҙы тормошта ҡулланырға яҙмаһын инде.

Фото: bashkortostan.ru.

Ҡотҡарыусы булырҙар әле
Ҡотҡарыусы булырҙар әле
Ҡотҡарыусы булырҙар әле
Ҡотҡарыусы булырҙар әле
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас