+30 °С
Облачно
VKOKTelegram
Был донъяла ниҙәр бар?
2 Сентября 2022, 06:35

Бар тирә-яҡ гөр килә, беренселәр мәктәпкә килә!

Һәр беребеҙ үҙенең тәүге тапҡыр мәктәпкә барған көнөн, тәүге ҡыңғырау сыңлауын, тәүге мәктәп байрамдарын ғүмере буйы күңелендә йөрөтәлер.1 сентябрь көнө Белем иленә иң оҙон юл башлана. Бына Әбйәлил районы Асҡарҙағы Таһир Күсимов исемендәге гимназияға тәүгә аяҡ баҫыусылар кемдәр икән? Шуларҙың өсәүһе менән һеҙҙе лә таныштырып үтәбеҙ.

Бар тирә-яҡ гөр килә, беренселәр мәктәпкә килә!Бар тирә-яҡ гөр килә, беренселәр мәктәпкә килә!
Бар тирә-яҡ гөр килә, беренселәр мәктәпкә килә!

Игеҙәктәр Айназ менән Илназ Мин­һажевтар 1 сентябргә ашҡынып барҙы. Сөнки малайҙарҙың уҡыуға ынтылыштары бик ҙур. Спорт менән дә етди шөғөлләнәләр. Балалар баҡсаһында уҡ Юрий Гагарин кубогына үткәрелгән олимпиадаларҙа еңеүсе булғандар. Шулай уҡ ГТО нормаһын да уңышлы тапшырғандар.
Илназ математик мәсьәләләр сисергә яратһа, Айназ оҫта һүрәт төшөрә икән. Игеҙәктәр киләсәктә хоккейсы, футболсы, йә булмаһа, блогер булырға хыяллана.
Малайҙар – ата-әсәһенең ҙур ярҙамсылары ла. Ҡулдарынан килгән бар эштә лә ярҙам итергә тырышалар. Утынын да ташып өйәләр, ҡаҙ бәпкәләрен дә ҡарашалар.
Уларҙың беренсе уҡытыусылары – Рәйсә Ураҙбай ҡыҙы Баййегетова. Синыфына шәп игеҙәк-малайҙар килгәненә ҡыуанып бөтә алмай ул.
Айназ менән Илназ киләсәктә лә һынатмаҫтар, тип ышанабыҙ.

Нәзилә Һибәтуллина ла I синыфҡа барған көндө тү­ҙемһеҙлек менән көтөп алды. Беренсе уҡытыу­сыһы Зөлфирә Нуретдин ҡыҙы Щек­лееваны ла һағынып бөт­кәйне. Сөнки Нәзилә мәктәптең әҙерлек синыфына йөрөгәндә үк уға ныҡ өйрәнгәйне. Ҡы­ҙыҡайға уҡытыу­сыһы ныҡ оҡшай.
Нәзилә матур итеп йырлай, бейей һәм һүрәт төшөрә. Бәләкәй саҡтан мәҙәни сараларҙа, конкурстарҙа әүҙем ҡатнашып килә. «Тирмәкәй» балалар баҡсаһында үткән һәр байрамдың йәме лә, биҙәге булған ул.
Ҡағыҙ һәм пластилиндан төрлө ҙур һындар эшләргә әүәҫ. Дуҫтарына ҡағыҙҙан матур-матур бүләктәр әҙерләй.
Нәзилә әкиәт, шиғырҙар ҙа уҡырға ярата. «Һәләтле балалар – 2022» Бөтә Рәсәй конкурсында район буйынса балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәр араһында еңеүсе булған. Шулай уҡ төрлө кимәлдәге ижади бәйгеләрҙә ҡатнашып, бик күп Маҡтау ҡағыҙына эйә. Ҡалай маладис!
Нәзилә, артабан да шулай әүҙем, яҡшы уҡыусы бул, йәме!
Асҡарҙағы Таһир Күсимов исемендәге гимназияның бар беренселәренә лә аҡ юл теләйбеҙ!

Зөһрә ХӘКИМОВА.
Әбйәлил районы.

Бар тирә-яҡ гөр килә, беренселәр мәктәпкә килә!
Бар тирә-яҡ гөр килә, беренселәр мәктәпкә килә!
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас