

Фестивалдә Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры коллективы ла ҡатнаша. Бөгөн 19.00 сәғәттә яҡташтарыбыҙ "Орнамент нимә тураһында йырлай?" тигән спектаклде күрһәтәсәк. Тамаша башҡорт халыҡ әкиәттәренә һәм легендаларына нигеҙләнгән.
Рәсәй коллективтарынан тыш Төркиә, Ливан, Монголия, Белоруссия, Ирандан ҡурсаҡ театрҙары ҡатнашасаҡ. Артабан төрлө милли театрҙарҙың ошолай бер сәхнәлә осрашыуы матур йолаға әүерелер, тип көтөлә.
Фестиваль барышын Сергей Образцов исемендәге дәүләт ҡурсаҡ театрының социаль селтәрҙәрендә - https://vk.com/teatrobrazcova онлайн күҙәтеп барырға мөмкин.
Фото:vk.com.