+9 °С
Облачно
VKOKTelegram
Был донъяла ниҙәр бар?
27 Сентября 2022, 09:44

Иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ, атайҙар, ағайҙар!

Республикабыҙҙың төрлө район-ҡалаларында ир-егеттәрҙе, илде яҡларға китеүселәрҙе оҙаталар. Улар тәүҙә бер ай хәрби күнекмәләрҙә буласаҡ. 

Иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ, атайҙар, ағайҙар!Иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ, атайҙар, ағайҙар!
Иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ, атайҙар, ағайҙар!

Пенза, Ҡазан, Һарытау, Елань, Вольск ҡалаларындағы хәрби училищеларға һәм уҡыу үҙәктәренә юллана егеттәр. Әйткәндәй, хәрби комиссариаттан саҡырыу ҡағыҙын көтмәй, үҙ теләктәре менән киткәндәр бөтә мобилизацияланғандарҙың 30 процентын тәшкил итә икән.

Бындай оҙатыу күренештәрен киноларҙа ғына күрә торғайныҡ, бына беҙҙең быуынға ла тынысһыҙ көндәр кисерергә тура килә. Батыр ир-егеттәрҙе ҡаршы алыу бәхете лә тейһен, Алла бирһә. Барлыҡ атайҙарҙың, ағайҙарҙың, ҡустыларҙың иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ!

Фото: vk.com.

 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас