+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Был донъяла ниҙәр бар?
28 Сентябрь 2022, 07:03

Кредитты түләмәй торорға мөмкин

Йәш кенә егеттәр, ғаилә башлыҡтары өлөшләтә мобилизация йә контракт буйынса китә. Күптәренең ипотека, кредиты барҙыр инде. Бөгөн Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы ошоға ҡағылышлы ҡанунды беренсе уҡыуҙа ҡабул иткән.

Кредитты түләмәй торорға мөмкинКредитты түләмәй торорға мөмкин
Кредитты түләмәй торорға мөмкин

Өлөшләтә мобилизация буйынса хәрби хеҙмәткә алыныусыларға саҡырылғанға тиклем алған кредиттары өсөн каникул биреләсәк йәиһә айлыҡ түләүҙәрҙе кәметергә була. Мөмкинлек хәрби бурысын үтәп ҡайтҡанға тиклемге осорға бирелә. Бының өсөн 2022 йылдың 31 декабренә тиклем кредит алған банкка мөрәжәғәт итергә кәрәк. 

Шулай уҡ ҡанун мобилизацияға эләккән хәрбиҙәр ҡарамағында булған ғаилә ағзаларына ла ҡағыласаҡ.

Кредитор кредит каникулы тураһындағы ғаризаны 5 көн эсендә ҡарарға бурыслы.

Фото: vk.com.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас