

Улар Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән бергә "Йөрәк йылыһы" тигән акция иғлан итте. Әсәйҙәр, апайҙар, ҡыҙҙар бәйләп ебәргән йөн ойоҡбаштар, бирсәткәләр һалдаттарҙың үҙҙәрен генә түгел, күңелдәрен дә йылытыр, ти ойоштороусылар. Акцияла һәр кем ҡатнаша ала. Тыуған ерҙән йыраҡта йылы кейемдәр, хаттар, хатта тәмлекәстәр бер ҙә артыҡ булмаясаҡ.
"Апайҙар, еңгәйҙәр, инәйҙәр уҙ ҡулдарығыҙ менән йөрәк йылыһын ҡушып, куҙ нурҙарығыҙҙы туҡып бәйләгән йөн ойоҡбаштар, бейәләйҙәр, бирсәткәләр һәм башҡа йылы кейемдәр, тәмлекәстәр, хаттар "улыма","егеткә","батырға" тип төбәп хаттар һәм шиғырҙар яҙып ебәрһәгеҙ, һалдаттар уларҙы уҡып ҡыуаныр, көс, дәрт алыр, тип ышанабыҙ. Беҙҙең акцияға ҡушылығыҙ һәм шылтыратығыҙ: 89174050064", - тип яҙған үҙенең сәхифәһендә Хәрби бәрелештәр ветерандары берлеге рәйесе Тимур Рәжәпов.
Әйберҙәрҙе Өфө ҡалаһы, Революция урамы, 43 адресы буйынса Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына килтерергә. Райондарҙа ла ҡабул итеү пункттары эшләй башлаған.
Фотола акцияға ҡушылған Балтас районы вәкилдәрен күрәһегеҙ.
Фото: vk.com.