

Сафа Хәсәнов Стәрлебаш районы Өмөтбай ауылында тыуған. Һуғышта 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының миномёт взводы командиры була.
- Советтар Союзы Геройҙары бик күп. Әммә беҙҙең ҡалала Сафа Хәсәнов урамы бар. Уны барыһы ла белә, тик кем иҫтәлегенә шулай аталғанын аңламайҙар. Шуға ла мәктәптә Сафа Хәсәнов исемендәге бүлмә булдырҙыҡ һәм герой яугир тураһында һөйләбеҙ, - ти музей бүлмәһе етәксеһе Юлия Манжула.
Белеүебеҙсә, яңы уҡыу йылынан Стәрлебаш районы Йәлембәт мәктәбенә лә Сафа Хәсәнов исеме бирелде. Герой һуғыштан һуң ошо ауылда йәшәгән.
Фото: vk.com.