+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Был донъяла ниҙәр бар?
30 Сентябрь 2022, 05:29

"Пушкин белә!"

Кемдең Пушкин картаһы бар? Һеҙҙең өсөн ҡыҙыҡлы конкурс ойошторола. "Пушкин белә!" тигән был бәйге финанс грамоталығы буйынса үткәрелә. Ойоштороусыһы - "Финанс фәнни-тикшеренеү институты." Еңеүселәргә - аҡсалата бүләктәр тапшырыласаҡ.

"Пушкин белә!""Пушкин белә!"
"Пушкин белә!"

14-22 йәшлек балалар һәм йәштәр ҡатнаша ала. Конкурс  Рәсәй Федерацияһы Финанс министрлығының "Әҙәби геройҙарҙың хаталары һәм уңыштары аша финанс грамоталығына өйрәнәбеҙ" тигән проектының бер өлөшө булып тора.

Унда нисек ҡатнашырғамы? Урыҫ әҙәбиәтенән берәй геройҙың аҡса тотоуҙағы хатаһын һәм уны нисек төҙәтеү юлдарын күрһәтеп ҡыҫҡа ғына ролик төшөрөргә кәрәк. Конкурс тураһында ошонда - https://моифинансы.рф/project/pushkin-znaet/polozhenie-o-konkurse/  тулы мәғлүмәт белә алаһығыҙ. 

1 октябрҙән башланған бәйгегә декабрҙә йомғаҡ яһаласаҡ.

Фото: pravitelstvorb.ru.

 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас