+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Был донъяла ниҙәр бар?
4 Октябрь 2022, 07:02

Етем балалар Башҡортостанда йәшәйәсәк

Донецк Халыҡ Республикаһынан 25 етем бала Башҡортостанда йәшәйәсәк. Уларҙы республиканың Бала хоҡуҡтары буйынса вәкиле Ольга Панчихина етәкселегендәге төркөм Ростовтағы ваҡытлыса йәшәү үҙәгенән барып алып ҡайтты. 

Етем балалар Башҡортостанда йәшәйәсәкЕтем балалар Башҡортостанда йәшәйәсәк
Етем балалар Башҡортостанда йәшәйәсәк

7-14 йәшлек 17 ҡыҙ һәм 15 малай Донецк ҡалаһындағы 1-се интернат-мәктәптә йәшәгән булған. Балаларҙы Күмертау, Учалы ҡалалары һәм Күгәрсен районындағы Ғаиләгә ярҙам итеү үҙәктәренә урынлаштыралар. 

"Ун баланың туғандары бүтән ваҡытлыса йәшәү үҙәгендә ҡалған. Уларҙы ла тиҙ арала республикаға алып киләсәкбеҙ. Бер туғандарҙы бер-береһенән айырмаясаҡбыҙ. Бөтә документтарҙы теркәп бөткәс, улар өсөн яңы ғаиләләр эҙләйәсәкбеҙ. Һәр бала ғаиләлә тәрбиәләнергә тейеш", -  тип белдерҙе Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Анна Таболина.

Донецк Халыҡ Республикаһынан килгән балалар бындағы белем усаҡтарында белем алыуҙарын дауам итәсәк. Уларға яңы урынға өйрәнергә педагогтар ҙа, тиҫтерҙәре лә ярҙам итер, Алла бирһә. 

Фотолар Ольга Панчихина диуарынан.

Етем балалар Башҡортостанда йәшәйәсәк
Етем балалар Башҡортостанда йәшәйәсәк
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас