

Әле һәйкәлде урынлаштырыу менән мәшғүлдәр. Әйткәндәй, был урын юҡҡа ғына һайланмаған: башҡорт дивизияһы яугирҙары һуғышҡа Совет майҙанынан киткән. Дивизиянан 78 кеше Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған.
11 октябрҙә тантана көндөҙгө сәғәт 12.00-лә башланасаҡ. Киске 7-лә "Геройҙар заманы" патриотик йыр фестиваленең финалы буласаҡ. Унан һуң ҡала халҡын байрам концерты көтә.
Фото: bashinform.