+24 °С
Дождь
VKOKМакс
Был донъяла ниҙәр бар?
11 Октября 2022, 18:34

Шайморатовсылар ант бирҙе

«Бөгөнгө  тантаналы көндә дуҫтарыбыҙ, уҡытыусыларыбыҙ алдында «ШАЙМОРАТОВСЫ» исемен лайыҡлы йөрөтөргә ант итәм! Үҙемдең халҡыма тоғро булырға ант итәм! Тыуған ил өсөн һәләк булыусылар исеменә тап төшөрмәҫкә ант итәм. Тыуған еребеҙҙең тоғро улы һәм ҡыҙы булырға, төплө белем алырға, Илебеҙгә намыҫлы хеҙмәт итергә ант итәм! Салауат тоҡомдары сигенә белмәй!» девизына тоғро буласаҡмын. Ант итәм!»

Шайморатовсылар ант бирҙеШайморатовсылар ант бирҙе
Шайморатовсылар ант бирҙе

11 октябрь – Республика көнөндә Совет майҙанында Рәсәй Геройы, 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов һәйкәлен асыу тантанаһында 500 шайморатовсы ант итте. Улар ошо тантаналы көндә шайморатовсылар сафына ҡабул ителде.

Билдәле булыуынса, 2020 йылда республикала «шайморатовсылар» синыфтары асыу тураһында ҡарар ҡабул ителгәйне. Быйылғы уҡыу йылында 79 ошо йүнәлештәге синыф асылды. Өфөлә тантаналы байрамда ҡатнашыу хоҡуғын республиканың 20 шайморатовсы синыфы  13 сентябрҙә «Патриот» хәрби- патриотик паркында үткән йәйге «Шайморатов уйындары»нда еңеп яулағайны.

Шайморатовсылар синыфтарында  дәрестәрҙән тыш физик күнекмәләргә, шулай уҡ хәрби әҙерлеккә ҙур иғтибар бүленә. Уҡыусылар атыу түңәрәгендә шөғөлләнә, һыбай йөрөргә өйрәнә.

Фото:vk.com.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас