

Унда республикабыҙҙың Бөтә Рәсәй еңеү ирекмәндәре йәмәғәт ойошмаһына ҡараған 15 иң яҡшы мәктәп отряды ҡатнашты. Мәскәүҙән спикерҙәр – «Еңеү ирекмәндәре» ойошмаһынан Әлиә Нәбиуллина һәм Екатерина Абрамчева саҡырылғайны. Шулай уҡ Башҡортостан буйынса Бала хоҡуҡтары вәкиле Ольга Панчихина ла уҡыусылар менән осрашты.
Оҫталыҡ дәрестәре, осрашыуҙар, әңгәмәләр – былар барыһы ла Башҡортостан йәштәре араһында илһөйәрлекте үҫтереүгә йүнәлтелгән ине.
«Алға еңеүҙәргә! Мәғариф форумы» – 2022 йылда «Минең ил – минең Рәсәй» конкурсы финалына сыҡҡан проект.
Фото: education.bashkortostan.