+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Был донъяла ниҙәр бар?
15 Октябрь 2022, 07:24

Кадеттар спартакиадаһы

Кадет корпустарының «Волга буйы кадеты–2022» спартакиадаһы быйыл Татарстандың Нижнекамск ҡалаһында бара.

Кадеттар өсөн кисә батырлыҡ дәресе үткәрелгән. Шунан интеллектуаль конкурстар булған: инша, викторина, дәүләт имтиханы формаһында тест һорауҙарына яуап биреү. Спорт ярыштары, команда менән таныштырыу буйынса конкурс үткән. Бөгөн иһә граната ырғытыу, атыу, ҡаршылыҡтар һыҙатын үтеү кеүек ярыштар бара. Кискә спартакиаданы ябыу тантанаһы буласаҡ.

Башҡортостан данын яҡлап, Ишембайҙан Волга буйы округының  Рәсәй Геройы А.В.Доставалов исемендәге башҡорт кадет корпусы ҡатнаша. Әйткәндәй, сараны асыу тантанаһында был уҡыу йорто кадет корпустары араһында былтырғы уҡыу йылы йомғаҡтары буйынса II дәрәжә диплом менән бүләкләнде. Спартакиадала ла һынатмаҫтар, тип ышанабыҙ.

Фото: vk.com.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас