+20 °С
Облачно
VKOKTelegram
Был донъяла ниҙәр бар?
15 Октября 2022, 15:43

"Шағир көндәлеге"- Мәскәүҙә

Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповҡа арналған "Шағир көндәлеге" фильмын Мәскәүҙең Кинематографсылар йортонда күрһәткәндәр.

Башҡорт режиссеры Булат Йосоповтың "Бабич", "Беренсе республика" фильмдарын халыҡ яратып ҡабул иткәйне. Яңы фильмы ла оҡшар.

Өфөлә "Шағир көндәлеге" 9 октябрҙә күрһәтелде. Ә республика кинотеатрҙарына прокатҡа 22 октябрҙә сығасаҡ. Рәми Ғарипов ролен Арыҫлан Ҡырымсурин (бала сағы), Линар Баитов (үҫмер йылдары, студент сағы) һәм Артур Ҡунаҡбаев башҡара. Надежда Ғарипова ролендә - Олеся Шибко.

Фото: vk.com.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас