+16 °С
Облачно
VKOKTelegram
Был донъяла ниҙәр бар?
16 Октября 2022, 10:33

"Боронғо дөйә" еңеүселәре Мәскәүгә барҙы

"Аҡбуҙат" республика балалар журналы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Башҡортостандың күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге менән бергә «Боронғо дөйә" I асыҡ республика конкурсын ойошторғайны.

"Боронғо дөйә" еңеүселәре Мәскәүгә барҙы"Боронғо дөйә" еңеүселәре Мәскәүгә барҙы
"Боронғо дөйә" еңеүселәре Мәскәүгә барҙы

Балалар ижади эштәрендә Шүлгәнташ мәмерйәһендәге һүрәттәрҙе, башҡорт эпостарының, легендаларының мифик геройҙарын һынландырҙы.

Ошо көндәрҙә конкурстың еңеүселәре – Ғафури районынан Элина Арыҫланбәкова, Борайҙан Элина Мирйәнованы Рәсәйҙең халыҡ рәссамы, Шайморатов һәйкәленең архитекторы Салауат Щербаков Мәскәүгә саҡырҙы. Тағы бер еңеүсе – Салауат районынан Инесса Ғәлинаны архитектор Өфөлә үк ҡотлағайны.

Ҡыҙҙар Салауат Щербаковтың Александров баҡсаһындағы эштәре менән танышты, Третьяков галереяһында булды. Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә Салауат Щербаков, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова һәм Мәскәү башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Салауат Әхмәҙуллин менән осрашты. Конкурс еңеүселәре Мәскәүгә "Аҡбуҙат" журналы редакторы Лариса Абдуллина менән барғайны.

Фото: vk.com.

 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас