+13 °С
Дождь
VKOKTelegram
Был донъяла ниҙәр бар?
18 Октября 2022, 05:20

Баш ҡалала яңы стела асыласаҡ

4 ноябрь - Халыҡтар берҙәмлеге көнөндә баш ҡалала «Өфө – хеҙмәт даны ҡалаһы» стелаһы асыласаҡ. Был хаҡта республика менән идара итеү үҙәгендә хөкүмәттең аҙна һайын үткән оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе.

Өфөлә йәшәүселәр һайлауы һөҙөмтәһе буйынса стела Ағиҙел йылғаһының төҙөкләндерелгән ярында, ҡалаға ингән автомобиль күперҙәренән уң яҡта урынлашасаҡ.  

Сығанаҡ һәм фото: bashinform.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас