+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Был донъяла ниҙәр бар?
19 Октябрь 2022, 11:25

Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы уҡытыусыларҙы мобилизацияламаҫҡа һорай

Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы ил Хөкүмәтенә уҡытыусыларҙы өлөшләтә мобилизациянан кисектереп тороу тураһында үтенес ҡағыҙын юлланы. 

Бының турала ведомство министры урынбаҫары Андрей Корнеевҡа һылтанма менән ТАСС хәбәр итә.Аныҡлап әйткәндә, өлөшләтә мобилизация талаптарына тап килгән бөтә уҡытыусылар тураһында һүҙ бара.

-Хөкүмәткә тейешлесә үтенес ҡағыҙын ебәрҙек, хәҙер уның ҡарарын көтәбеҙ һәм быны бар яҡтан таратасаҡбыҙ, - тип ТАСС Корнеевтың әйткәнен килтерә.

Ләйсән ЗАКИРОВА.

Сығанаҡ: bashinform.ru

Фото: neprizyvnoi.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас