+31 °С
Облачно
VKOKTelegram
Был донъяла ниҙәр бар?
29 Октября 2022, 08:45

Өфөнөң 450 йыллығын Салауат Юлаев һәйкәленән тыш үткәреүҙәре ихтимал

«Киске Өфө» гәзите мөхәррире Гөлфиә Янбаева тура бәйләнеш барышында Башҡортостан Башлығына Салауат Юлаев һәйкәлен төҙөкләндереү тураһында һорау менән мөрәжәғәт итте. 

Өфөнөң 450 йыллығын Салауат Юлаев һәйкәленән тыш үткәреүҙәре ихтималӨфөнөң 450 йыллығын Салауат Юлаев һәйкәленән тыш үткәреүҙәре ихтимал
Өфөнөң 450 йыллығын Салауат Юлаев һәйкәленән тыш үткәреүҙәре ихтимал

Уның һүҙҙәренсә, республика йәмәғәтселәре Башҡортостандың төп символдарының береһенең яҙмышы өсөн хафалана.

-Һәйкәлде, һис шикһеҙ, реконструкцияларға кәрәк. Йәмғиәттә был мәсьәлә бер нисә тапҡыр тикшерелде. Архивтан һәйкәлде төҙөү процесы хаҡында документтарҙың күсермәләрен һорап алдыҡ, сөнки ул бик ҡатмарлы проект. Әлеге ваҡытта подрядсы эҙләп таптыҡ, 2023 йылдың мартына һәйкәлде реконструкциялау проектын алырбыҙ тип ышанабыҙ, - тине ул.

Башҡортостан Башлығы әйтеүенсә, бәлки, һәйкәлде алырға тура килер.

«Ул саҡта Өфөнөң 450 йыллығын һәйкәлһеҙ ҡаршы алырбыҙ тигән хәүеф бар. Беҙгә йәмәғәтселек менән берлектә баланс табырға кәрәк, был мөһимерәк. Әммә әлегә минең ҡулымда проект документтары юҡ, шуға күрә ваҡыт еткәс, ҡарарҙы бергәләп ҡабул итербеҙ», — тине республика етәксеһе.

Әлфиә ӘҺЛИУЛЛИНА.

Сығанаҡ: bashinform.ru

Фото: poeehali.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас