-1 °С
Облачно
VKOKМакс

Джефф Монсон ҡотлаған

Республиканың "Йәшел имәндәр" балалар һауыҡтырыу лагерында "Хәүефһеҙлек коды. 102-се төбәк" йүнәлешле сменаһы эшләне. Унда полиция бүлегендә иҫәптә торған үҫмерҙәр ял итте.  

Добавить в предпочтительные источники Google
Джефф Монсон ҡотлағанДжефф Монсон ҡотлаған
Джефф Монсон ҡотлаған

Төрлө район-ҡалаларҙан йыйылған балалар өсөн "Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер" эстафетаһы ла ойошторолған. Ә еңеүселәргә дипломдарҙы джиу-дитсу һәм гремплинг буйынса донъя чемпионы Джефф Монсон тапшырған. Һуңынан үҫмерҙәргә оҫталыҡ дәресе үткәргән, улар менән бергә фотоға төшкән. Донъя чемпионы менән осрашыу, әлбиттә, уҡыусылар өсөн көҙҙөң сағыу ваҡиғаһы булып ҡаласаҡ. 

Фото: vk.com.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас